Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 14:00

Ахлыстин ауылы оҫтаһы

Ҡатын - ҡыҙға кәрәкле һөнәр

Өс быуын вәкилдәре - өләсәһе, әсәһе һәм Алеся Благовещен районының Ахлыстин ауылы халҡы араһында ҡул эше оҫталары тип танылған. Өлкәндәрҙән кейем - һалым бәйләргә, йөн иләргә бәләкәйҙән өйрәнеп үҫә Алеся.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң методисы булып эшләгән Алеся Абрамоваға ҡул эшенә оҫталығы әлеге эшендә лә ярап ҡала. Хеҙмәттәше Татьяна Редникова менән улар икәүләп оҫталарҙың күргәҙмәһен ойоштороп, мәҙәниәт усағын биҙәп тә ҡуялар. Бәйләмдең төрлө төрҙәре, айырыуса замансалары менән бик ҡыҙыҡһына мәҡәлә геройым. Ябай бәйләмдән тыш, ул тильда стилен өйрәнеп, төрлө туҡыма киҫәктәренән айыуҙар текһә, ә бер йыл эсендә япондарҙың бәйләү сәнғәте булған амигурумины үҙләштереп тә алған. Интернет селтәре аша оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан Алеся Александровна ҡурсаҡтарҙың һәр детален айырым, төҫлө ептәр менән йөйһөҙ итеп, ырғаҡ менән спиралләп бәйләп өйрәнгән. Береһенән - береһе сибәр, матур, экологик яҡтан таҙа ҡурсаҡтар әле һатылған осһоҙ ҡурсаҡтарыңа биргеһеҙ. Улар балалар, айырыуса ҡыҙҙар өсөн бик шәп уйынсыҡ.
- Амигуруми стилендә бәйләгән уйынсыҡтарым ныҡ күңелемә ятты, кәйефемде күтәрҙе. Алда ла ошо йүнәлештә эшләргә тигән төрлө уй - фекерҙәрем бар. Бәлки, был эштәремде һатырға ла мөмкинселек тыуыр, - тип һөйләне оҫтабикә Алеся Абрамова.
"Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" тигәндәй, тәүәккәл ҡатындың барса теләктәре лә тормошҡа ашыр. Ул үҙе лә бары шуны теләй.
Читайте нас: