Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 13:00

Халыҡ хорының алтын юбилейы

Уларҙы моң йәшәтә

Өфө районы Булгаков ауыл мәҙәниәт йортоноң "Булгаковские зори" рус йыры халыҡ хоры үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
1970 йылдың 22 апрелендә, бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулған көндө был ансамблгә лә нигеҙ һалына. Уның етәксеһе итеп тәғәйенләнгән Анатолий Уфтинов, аккомпаниаторы Леонид Матвеев хорға халыҡ туплай, репертуарҙы билдәләй. Яйлап билдәлелек яулай барған хорҙың исеме республика кимәлендә лә ишетелә башлай, уның үҙ тамашасыһы ла барлыҡҡа килә.
Йылдар үткән һайын составы ла, етәксеһе лә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, хор башҡарған рус халыҡ йырҙары халыҡ күңелендә урын ала.
1997 йылда халыҡ исемен алған "Булгаковские зори" рус йыры хорын 40 йыл тирәһе Полина Терентьевна Шепелевич етәкләй.Эшен яратҡан һәләтле етәксе үҙе тирәләй йыр - моң һөйөүселәрҙе туплай алған. Улар барыһы ла халыҡ йырына ғашиҡ.
Мәғлүмәт Өфө районының Булгаков ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: