Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 12:00

Тыуған яҡты ҡайғыртып

Яҡташтарының яҙмышына битараф булмаған етәксе

Рәил Мирхәйҙәров Ләмәҙ ауыл биләмәһен бишенсе йыл етәкләй. Был вазифаға тиклем ул төрлө өлкәләрҙә эшләгән. Яҡташтарының йәшәйешен яҡшыртыу теләге уны һайлауҙа ҡатнашырға этәрә. Халыҡ та, депутаттар ҙа Рәил Ғәлимйән улына ышаныс күрһәтә – ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлай. Ә уҙған йылдың сентябрендә үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгән етәксене икенсе срокка ла һайлайҙар.
Рәил Мирхәйҙәров депутаттар корпусына һәм әүҙем ауыл халҡына таянып эшләй. Улар бергәләп байрамдарҙа ҡатнаша, ветерандарҙы тәбрикләй, ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндерә...
Ауыл ерендә проблемалар күп, һәм уларҙы хәл итергә кәрәк. Ә бюджет мөмкинлектәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сикле. Шуға күрә ләмәҙдәр төрлө дәүләт программаларында ҡатнашырға тырыша. Уларҙың иң һөҙөмтәлеләре - «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы.
Халыҡ та ҙур ярҙам күрһәтә. Улар ярҙамы менән үткән йылда Ҡарамалы йылғаһы аша һалынған күпергә ремонт яһалды. Ауыл советы һәм халыҡ аҡсаһына Тау ауылы зыяраты тәртипкә килтерелде. Ошо уҡ торлаҡ пунктының Шишмә һәм Болон урамдарында проблемалы юл участкалары ремонтланды, Түбәнге Ләмәҙ ауылы зыяратына илтеүсе юлға ҡом-таш түшәлде. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә Түбәнге Ләмәҙ ауылының Үҙәк урамы юлдары ремонтланды.
Ауыл советы территорияһында сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла күп эшләнә. Бөгөнгө көндә ауыл биләмәһе территорияһында дүрт контейнер майҙансығы йыһазландырылған.
Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса ла ҙур эш алып барыла. Имин булмаған, күп балалы ғаиләләр, бер йәшкә тиклем балалар, 55 йәштән өлкән яңғыҙ ҡарттар йәшәгән йорттарға 95 янғын извещателе ҡуйылды.
Ауыл биләмәһе башлығы Рәил Мирхәйҙәровтың алда торған эштәре күп. Атап әйткәндә, Оло-Ҡарамалы ауылы ФАПы территорияһын кәртәләү, Тау ауылында балалар майҙансығы төҙөү, туҡталыш пункттары ҡуйыу планлаштырыла.
Үҙ эшенә һәм ауыл халҡы яҙмышына битараф булмаған ауыл биләмәһе башлығы Рәил Мирхәйҙәров яҡташтарының тормошо йылдан йыл яҡшыраҡ булыуын теләй. Әлеге ваҡытта ул ауыл юлдарындағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу менән мәшғүл. Һөҙөмтәләр буйынса, юл полотнаһын ремонтлау өсөн аҡса бүләсәктәр.
Ауыл советына кешеләр төрлө проблемалар менән килә. Етәксе һәр кемде иғтибар менән тыңлай. Әлбиттә, бөтәһенә лә матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге юк, шулай ҙа башлыҡ аҡыллы кәңәштәр бирә, аңлата. Ҡай ваҡыт ябай кешелек мөнәсәбәттәре күп нәмәнән артығыраҡ.
Читайте нас: