Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 19:19

Яҡын - дуҫтары китап

Уҡыған кеше бай була

"Тормошто өйрәнеү бик киң төшөнсә. Яҡшы китап уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул,"- тигән яҙыусы Кирәй Мәргән.
Өфө районының Подымалово ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Наилә Миңлейәрова ла тап ошо фекерҙе хуплай. Киң эрудициялы, күп мәғлүмәтле, белемле был ҡатын бала саҡтан китап уҡырға ярата. Наилә Нәжиб ҡыҙы классик әҙәбиәттән - рус һәм сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирһә, ә уның ҡыҙы Лилиә поэзияны ярата. Уға Вильям Шекспирҙың сонеттары, Марина Цветаева, Эдуард Асадов, Мария Рубальскаяның шиғырҙары оҡшай. Шиғри күңелле Лилиә был бөйөк шағирҙарҙың ижади емештәрен ятлап алып, тасуири һөйләй ҙә белә. Наилә Нәжиб ҡыҙы француз яҙыусылары - Александр Дюма, Оноре - де Бальзак, Эмиль Золя, Теодор Драйзерҙың тормошсан әҫәрҙәрен бик оҡшата.
Йорт китапханаһын йыш ҡына китаптар менән тулыландырып торған был ғаилә төрлө йүнәлештәге энциклопедиялар, заманса әҫәрҙәр, детективтар ҙа һатып ала. Һәр кем күңеленә хуш килгән әҫәрҙәр уҡыған матур кистәр ҙә ойоштора әле, әсәле - ҡыҙлы икәүләп.
"Китап уҡымаған әҙәм - сәскә атмаған үлән", - тигән боронғолар. Бөгөнгө менән үткәнде бәйләп торған китап кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын үҫтерә, аң - кимәлен күтәрә, кешене белемле итә. Наилә Миңлейәрова менән уның ҡыҙы Лилиәнең китапҡа булған мөнәсәбәте тап ошоно иҫбатлай ҙа инде.
Мәғлүмәт Өфө районының Подымалово ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: