Владимир Аптыкаев әсәһе Ирина, атаһы Владислав, өс ағаһы өсөн бик яратҡан бала, энекәш тә.
Аптыкаевтарҙың иң төпсөк улдары ла, башҡалары кеүек, яҡындары миҫалында әүҙем, сәләмәт тормош алып барған, уңған, эшлекле егет булып үҫеп килә. Үҙе баскетболсы, йырсы, бейеүсе Владимир уҡыуҙан буш ваҡытында, әсәһенә өй эштәрендә булыша. Әлеге үҙизоляция көндәрендә егәрле егет әсәһе етәкселегендә тәмле ҡамыр аштары бешерергә лә ваҡыт таба.