Фәһим һәм Гөлдәр Тоҡомбәтовтарҙың татыу ғаиләһе районда ғына түгел республикала ла күптәргә таныш. Улар һәр үткәрелгән сараның үҙәгендә ҡайнай.
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы иғлан ителгәс тә улар бөтә ғаилә менән акция сайтында теркәлде. Быйыл сараға улдары Солтан да ҡушылды. Ул – дүртенсе класс уҡыусыһы. Ә өлкәндәр был саранан бер йылда ла ситтә ҡалмай.
-Башҡа йылдарҙа диктант яҙғандан һуң дустарыбыз менән рәхәтләнеп һөйләшеп ҡайта инек, - тип хәтирәләргә бирелде Гөлдәр Тоҡомбәтова. - Был юлы акция онлайн үтһә лә, дуҫтарыбыҙ менән бергә ҡатнашырға һөйләштек.