Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 16:00

Нуримандар автоклублы булды

Ҡоролмалар ҙа, милли кейемдәр ҙә яңы

Нуриман районының мәҙәниәт бүлеге өр - яңы автоклублы булды.
"Мәҙәниәт" милли проекты нигеҙендә һатып алынған был заманса автоклуб тауыш һәм ут ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Ул район буйлап мәҙәни саралар үткәрер өсөн тәғәйенләнгән. Айырыуса, ул клубһыҙ ауылдар өсөн бик уңайлы, кәрәк буласаҡ.
Райондың ижади коллективтары тағы ла бер ҡыуаныс кисерҙе. Уларҙың күптәренә милли костюмдар тектерелде.
Уйнайым, көләм, йырлап - бейейем тигәндәргә барыһы ла бар.
Үҙизоляция тамамланғас та, мәҙәниәт усаҡтарына рәхим итегеҙ, дуҫтарым!
Мәғлүмәт Нуриман районының мәҙәниәт бүлеге төркөмөнән алынды.
Читайте нас: