Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 14:00

Оҫталар Покровкала йәшәй

Ҡул эштәренә оҫта, маһир булған Анатолий Мерзляков менән Елена Петрованы ауылдаштары уңғанлығы, тырышлығы өсөн хөрмәт итә

Ҡул эштәренә оҫта, маһир булған Анатолий Мерзляков менән Елена Петрованы ауылдаштары уңғанлығы, тырышлығы өсөн хөрмәт итә.
Анатолий Николаевичтың ағастан яһалған барса әйберҙәре, тәҙрә яҡтарына, ҡапҡаларға ҡуйылған ағас семәрҙәре иғтибарҙы үҙенә әллә ҡайҙан йәлеп итһә, ә Елена Сайдугановнаның сағыу ептән, йөндән бәйләгән ҡул эштәре - салфетка, ултырғыс көплөктәре, ойоҡбаш, бейәләйҙәренә һәр кеше һоҡлана. Һәр йәй һайын үткән Ауыл байрамында ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһендә уларҙың матур эштәре үҙенең почетлы урынын биләй. Күңел йылыһын һалып яһаған эштәренә, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра белгән оҫталарға яҡташтары ҙур рәхмәтле.
Читайте нас: