Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 18:29

Әсәле - уллы Байморатовтар диктант яҙасаҡ

Туған телендә яҡшы һөйләшкән әсәле - уллы Байморатовтар башҡорт телендә иркен аралашҡандар төркөмөнә теркәлгән

Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Зифа Нуретдин ҡыҙы Байморатова 8-се класта уҡыған улы Айрат менән Башҡорт телендә үтәсәк халыҡ - ара онлайн диктантҡа әҙерләнә.
Туған телендә яҡшы һөйләшкән әсәле - уллы Байморатовтар башҡорт телендә иркен аралашҡандар төркөмөнә теркәлгән.
- Үҙизоляция ваҡытын ғаиләм менән өйҙә үткәрәбеҙ. Уҡыусыларыма онлайн дәрестәр аша белем бирәм. Балаларым да өйҙә уҡый. Онлайн режимда үткән күп сараларҙа ҡатнашабыҙ. Әле яңыраҡ Милли кейем көнөндә ҡатнашҡайныҡ, иртәгә туған телебеҙ ҙә бергәләп диктант яҙасаҡбыҙ, - тип һөйләне Зифа Нуретдин ҡыҙы Байморатова.
Читайте нас: