Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 20:30

Туған тел-мәңгелек хазина

Иҫке-Ҡыбауҙар башҡорт теленән диктант яҙа

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы үтәсәк, тигән хәбәрҙе Иҫке Ҡыбау мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡыуанып ҡаршы алды. Был сараға ауыл кешеләре лә ҡушылды.
-Үҙ туған телеңдә һөйләшеү, уҡый-яҙа белеү – ҙур ҡыуаныс. Диктант яҙыу - ул белемеңде генә тикшереү түгел, ә халҡыңа, телеңә, милләтеңә, ата-бабаларға хөрмәт, ихтирам билдәһе, - ти урындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ғабдулла ҡыҙы Әбсәлихова.
Әбсәлиховтарҙың татыу ғаиләһендә туған телгә һөйөү кесе йәштән тәрбиәләнә. Ғаиләлә бөтәһе лә туған телдә аралаша. Балалар башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫә.
Быйылғы онлайн диктантты ла улар ғаиләләре менән яҙасаҡ.
Читайте нас: