Хоҙай Тәғәләнең мәрхәмәтендә, ҡөҙрәтендә яңы тыүған көнгә яҡты уй - хыялдар, изге ғәмәлдәр менән алға табан атлайбыҙ. Барыр юлдарыбыҙҙа осраған барса халыҡҡа ла тик яҡшы теләктәр генә юллайыҡ. Барса ғаләм тик яҡшылыҡҡа ынтылһын, күңеле, йөрәге менән киләсәккә ышанып ҡараһын, төшөнкөлөккә, яман сиргә, ҡайғы - хәсрәткә бирелмәһен тип Хоҙайҙан һорайыҡ. Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, бына быйыл да изге Рамаҙан айы етеп, Ураҙа тотҡан ваҡыт етте. Ошо ҙур, оло һынауҙы үтеп, нәфсебеҙҙе тыйып, яман эштәрҙән азат була беләйек. Изге Ураҙа айына тик матур теләктәр, изге уйҙар менән генә аяҡ баҫайыҡ.