"Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" республика программаһына ярашлы Шишмә районына быйылғы йылда 11 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Республика Хөкүмәтенең хәстәрләүенә оло рәхмәтле булған шишмәләр тапшырылған таныҡлыҡтарҙы файҙаланып, күркәм йорттар төҙөп керер әле. "Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор" тигәндәй, үҙен тыуған ере менән бәйләгән ауыл халҡына был бик ваҡытлы һәм кәрәкле ярҙам.