Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 12:00

"Башҡорт телендә уҡыйбыҙ, башҡорт телендә яҙабыҙ!"

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020" акцияһында Түбәнге Ләмәҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 48 кеше ҡатнашты.

Йыл дә башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында Түбәнге Ләмәҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнаша. Быйылғы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020" акцияһында 48 кеше ҡатнашты.
Урындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Ғөбәй ҡыҙы Моталлапова:
-Был көн барыбыҙға ла байрам кәйефе өҫтәне."Башҡорт телендә уҡыйбыҙ, башҡорт телендә яҙа быҙ" девизы аҫтында ҡушылдыҡ акцияға. Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары ғаиләләре менән яҙҙы. Таныштарыбыҙҙы диктант яҙырға саҡырҙыҡ.
Был сара барыһын да туған телгә һөйөү, үҙ милләттең менән ғорурланыу тойғолары берләштерҙе.
Зәйнетдин менән Флюрә Мурзинаның тауышы барыһына ла хуш килде. Акцияны ойоштороусыларға ла,ҡушылып яҙыусыларға ла башҡорт теле һағында тороусы булараҡ үҙемдең рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: