Халыҡ-ара диктантҡа Иглин ауылынан Хәлитовтар ғаиләһе лә ҡушылды. Хужабикә Рәмилә Рим ҡыҙы Данис Тикеев исемендәге 4-се һанлы мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Ул үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
-25-се апрель иртәһен мин айырым тулҡынланыу менән көтөп алдым. Сөнки был көндө ҡыҙым Алина һәм улым Азат менән “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында ҡатнаштыҡ. Беҙ Әхтәм Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле әҫәренән өҙөк яҙырға булдыҡ.Тексты диктор Флүрә Мурзина бик матур, аңлайышлы итеп уҡыны.
Текст эстәлеге менән беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына алып китте. Яҙғанда берсә башҡорт егеттәре өсөн ғорурлыҡ кисерҙем, берсә уларҙың өҙөлгән яҙмыштары өсөн моңһоуландым. Беҙҙең киләсәгебеҙ, тыныс күгебеҙ өсөн миллионлаған Совет һалдаттары яу ҡырҙарында баштарын һалғандар бит.
Бәләкәй саҡта Шайморатов генерал тураһындағы йырҙы башҡарырға ярата инем. Мин бөгөн ысын күңелемдән ҡыуанам: “утта янмай, һыуҙа батмай” торған батыр яҡташыбыҙ Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡорт халҡының күптәнге теләге тормошҡа ашты!
Беҙҙең мәктәптең директоры Хөрмәт Әхмәт улы Айытбаев башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрәләсәге тураһында белгәс, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән онлайн кәңәшмәләр ойошторҙо, диктант яҙырға саҡырҙы. Ул көн һайын беҙгә интернет селтәре аша аңлатыу эштәре алып барҙы. Класс етәкселәре лә балалар менән был йүнәлештә эш алып барҙы. Шулай итеп, 150-нән ашыу кеше тәрбиәүи -мәғлүмәти сарала ҡатнашты. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең мәктәптә туған телде өйрәнеүгә күп көс һалына.
-Ике бала әсәһе булараҡ, мин балаларыма башҡорт телен өйрәнеү мөмкинселеге булғанға , ысын күңелдән рәхмәтлемен, - тип һүҙен дауам итте Рәмилә Рим ҡыҙы.
Диктантты яҙып бөткәс, беҙ ғаилә менән Миңлеғәли Шайморатов тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин уларға Ҡырмыҫҡалы районына башҡорт ҡоролтыйына конференцияға барыуым, унда Миңлеғәли Шайморатовтың йорт –музейында булыуым тураһында һөйләнем. Башҡорт теле уҡытыусыһы, класс етәксем Нәсимә Ғөбәй ҡыҙы менән Шайморатов һәйкәле янында төшкән фотоларҙы күрһәттем.
Илдәге әлеге хәлдәргә ҡайһы берҙә күңелем төшөп ҡуйһа ла, ошондай сараларҙың үткәрелеп тороуы дәртләндереп ебәрә.