Үҙенең төҙөк йорттары, кәртә - ҡураһы, йыйнаҡ урамдары менән Благовещен районындағы Удельно - Дыуанай ауылы ла иғлан ителгән йыл талаптарына тап килә. Ағиҙел йылғаһынан йыраҡ булмаған ерҙә урынлашҡан был боронғо ауыл биләмәһендә йәшәгән тырыш халыҡ үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра. Өмәләргә сығып, ауыл урамдарын таҙарта, үҫеп килгән йәш быуын күңелендә тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләй.