Төрлө төҫтәге сағыу сәйләндән бәйләнгән сәскәләре менән ул маҡтана ала. Тирә - яҡҡа йәм өҫтәгән раузалары, лилиәләре, ромашкалары, ҡәнәферҙәре, тюльпандары, нарцистары, тал көсөктәренең йәне генә юҡ. Таисияның ҡул эштәре туғандары, таныштарының кәштә, тәҙрә төптәрен йәмләп тора. Уларҙың кәйефен күтәрә, тормошона йәм өҫтәй.