Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 19:38

Һәр сығыш үҙенсәлекле

Ансамблдәрҙең өсөһө лә билдәле

Өфө районы менән яҙмышын бәйләгән һәләтле Владимир Васильевич Кобяков Подымалово ауыл клубындағы "Подымаловские девчата", Волковтағы "Волковчаночки" ҡатын -ҡыҙҙарҙың йыр, "У прясла" фольклор ансамблдәре менән киң билдәле.
Һәр сарала ҡатнашҡан был ансамблдәрҙең репертуарындағы йырҙар үҙенең ябайлығы, халыҡ күңелендә йәшәгәнлеге менән айырылып тора. Төрлө инструменттар ҙа оҫта уйнаған етәксе өс ансамбль ағзалары менән берлектә аңлашып эшләй. Оҫта ойоштороусы булған етәкселәре менән ансамбль ағзалары күптән инде уртаҡ тел тапҡан. Ни тиһәң дә, фекерҙәш тә, серҙәш тә була белгән әртистәр кәрәкле эш башҡара. Халыҡ моңон - халыҡ йөрәгенә еткерә. Улар башҡарған боронғо, заманса йырҙар, таҡмаҡтар күптән халыҡ күңелендә йәшәй. Фонограммаһын, аранжировкаһын да үҙе эшләй белгән Владимир Васильевич үҙ һөнәренә тоғро, ғашиҡ булыуы менән районда билдәле, хөрмәтле белгес тә, моң яратҡан ябай кеше лә.
Мәғлүмәт Өфө районының Подымалово ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: