Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 14:32

Теплица эшен яратҡан Яхиндар

Күңел йылыһына төрлө ашламалар ҡушып эшләгәс, теплицаларында февраль айында уҡ ултыртылған помидор, кәбеҫтә, петуния, виола, бәрхәт сәскәһенең үҫентеләре гөрләп үҫә.

Шишмә районының Игнатовка ауылында йәшәгән Сафия һәм Рауил Яхиндар теплица эшен үҙ иткән.
Икеһе лә эшсән, тырыш булғас, баҡсалағы эштәре лә көйлө бара. Күңел йылыһына төрлө ашламалар ҡушып эшләгәс, теплицаларында февраль айында уҡ ултыртылған помидор, кәбеҫтә, петуния, виола, бәрхәт сәскәһенең үҫентеләре гөрләп үҫә.
- Баласаҡтан күршебеҙҙең теплицаһында ҡустым менән тир түктек. Әсәйемдең бәләкәй эш хаҡына ҡушып, беҙ алғаны ла, иш янына ҡуш була ине. Шул саҡтағы өйрәнгәнемде бөгөн үҙемдең теплицаларымда ҡулланам. Белгәнемде хәҙер балаларыма өйрәтәм. Үҙ ҡулдарың менән ултыртҡан үҫентеләрҙе яратһаң, ваҡытында ашлаһаң, тәрбиәләһәң, улар һине сәскәһе, емеше менән мотлаҡ ҡыуандырасаҡ, - тип һөйләне Рауил ағай.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: