Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 14:35

Шахматсылар үҙаллы шөғөлләнә

Онлайн - турнирҙар көслөләрҙе билдәләй

Благовещен ҡалаһындағы "Орленок" үҫмерҙәр клубында өҫтәмә белем алған уҡыусылар өсөн дәрестәр әлеге эпидемия осоронда онлайн режимда үтә.
"Шахмат" берләшмәһендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн видеодәрестәрҙе, видео - аңлатмаларҙы онлайн - форматта етәкселәре Ольга Апсатарова йәнле ойоштора. Үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәнгән балалар төрлө ҡатмарлыҡтағы шахмат мәсьәләләрен сисергә өйрәнә, онлайн - турнирҙарҙа ҡатнаша. " Мы одна команда", "Шахматная планета", "Башҡортостан - дети" республика кимәлендәге онлайн - турнирҙарҙа улар күмәкләп тә, төрлө йәш категорияларында шәхсән дә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Зирәктәр, аҡыллылар уйынын яратҡан шахматсылар күп нәмәгә өйрәткән етәксеһенә ҙур рәхмәтле.
Читайте нас: