Уның асыҡ буяуҙар аша һүрәтләнгән пейзаждарында тыуған яҡ тәбиғәте, сәскәләр донъяһы ныҡлы урын алған. Татьяна Аркадьевна улар аша күңел донъяһын, хис - тойғоларын, уй - ниәттәрен сағылдыра алған. Был матур һүрәттәрҙән сафлыҡ, изгелек, ябайлыҡ, эскерһеҙлек бөркөлә.