Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 11:50

Уңған ҡатын ул таба...

"Бәхетең, тырышлығың үҙеңдән,"- ти Фәтиховтар

Благовещен ҡалаһындағы А.Першин исемендәге 4-се мәктәптең 1-се класында уҡыған шәп егет Артур Фәтихов менән таныштым әле. Уның "Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ" район акцияһына ебәргән видеосығышын ҡарап бик шатланғайным. Башҡорт телен 14 - се балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан ныҡлап өйрәнгән был егет мәктәптә лә телде өйрәнеүен дауам итә. Шағир Рәшит Назаровтың "Йөрәк" исемле шиғырын нисек кенә тасуири уҡып ишеттерҙе ул был онлайн акцияла.
"Булыр бала биләүҙән" тигәндәй, мәктәптә яҡшы уҡырға, "Орленок" үҫмерҙәр клубындағы шахмат берләшмәһенә лә, Кванториумға "Һөнәрҙәр ҡалаһы" ойошмаһына ла, китап уҡырға ла, "Лего" деталдәренән төрлө моделдәр йыйырға ла өлгөрә Артур. Онотоп торам, атаһы менән әсәһенең уң ҡулы булған Артур ике йәшлек Динарға өлгөлө ағай ҙа.
Ҡалала иң тәртипле, матур ғаиләләрҙең береһе булған Линария һәм Альберт Фәтиховтар ғаиләһендә балаларын ҡарауға, уларҙы ысын шәхес, ир - егет итеп тәрбиәләүгә күп көс һалына.
11 йыл элек бер - береһен яратышып өйләнешкән йәштәр Өфө ҡалаһының Иҫке Турбаҫлы ауылы менән Дүртөйлө ҡалаһындағы ата - әсәләрен, яҡындарын матур туйҙары менән туғанлаштырып ҡуя. Артабанғы йәшәү урыны итеп Благовещенды һайлаған Фәтиховтар бында килеп төпләнә. Дүртөйлөләге 4-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған, татар теленән үткәрелгән район, республика олимпиадаларында гел еңеү яулаған, алдынғы ҡарашлы Линария бер һүҙһеҙ уҡытыусы һөнәрен һайлай. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлай. Ҡаланың А.Першин исемендәге 4- се мәктәпкә эшкә килгән йәш белгес балаларҙы татар халҡының теленә, милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, йыр - моңона өйрәтә. Уларҙы тел олимпиадаларына, төрлө конкурстарға ла етди әҙерләй. Әле лә ошо мәктәп уҡыусыларын инглиз теле серҙәренә төшөндөрә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәт һәм идара итеү академияһында юрист һөнәренә уҡып, икенсе дипломлы ла була Линария Фәнзил ҡыҙы. "Өфөнефтехим" заводында эшләгән ире Альберт Рәзим улы менән бергә донъяһын да матур көтә, балаларына ла ваҡытын таба, Иҫке Турбаҫлы менән Дүртөйлө араһын да һыуытмай, туғандары менән аралашып йәшәй йәштәр. Үҙҙәренә ғүмер биргән ата - әсәләрен ярҙамынан, йылы һүҙенән ҡалдырмай.
Буш ваҡытында булдыҡлы ғаилә башлығы техника менән булыша, ә уңған ҡатын тәмле - тәмле аштар бешерә, теген машинаһы артына ултырып яратҡан тегеү эштәренә яратып тотона.
Фәтиховтарҙың тырыш, татыу ғаиләһендә һөйөү, ихтирам, бәхет йәшәй. Был төшөнсәләрҙе улар һатып та алмаған, бүләккә лә отмаған, ә үҙҙәренең тырышлығы, егәрлелеге, яуаплылығы менән булдырған. Тырыштарға бәхет тә йылмая, уларҙы уңыш та көттөрмәй.
Читайте нас: