Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 16:00

Онлайн-конкурста еңделәр

Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге балалар музыка мәктәбенең йәш пианистары онлайн-конкурста уңышлы сығыш яһаны

Музыка мәктәбенең бөтә педагогтары кеүек фортепиано класы уҡытыусыһы Ольга Давыдова балалар менән онлайн режимда шөғөлләнә. Ул уҡыусылар менән айырым дистанцион дәрестәр ҙә, видеоконференциялар ҙа үткәрә. Уҡытыусы балаларға видеобиремдәр ебәрә һәм видео өй эштәрен ҡабул итә. Һуңынан барыһы бергә хаталар өҫтөндә эшләй, ҡаҙаныштар яулау юлдарын анализлай. Күптән түгел йәш пианистар Ирина Смориго "Мини-Ганон" онлайн конкурсында икенсе дәрәжә луареат исеме алды, Азалия Рахманғолова, Арсен Әхтәмов, Настя Бубенок өсөнсө дәрәжә лауреаты булды. Махсус фортепиано класы уҡытыусыһы Ольга Давыдоваға ойоштороу комитетының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Читайте нас: