"Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан ғәмәлгә индерелгән "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" федераль программаһы нигеҙендә Благовещен районының күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән 5 ғаиләгә планшеттар тапшырылды. Эпидемия осоронда дистанцион уҡыған XI класс уҡыусылары имтихандарын уңышлы тапшырһын, урта, юғары уҡыу йорттарына инһен өсөн бирелгән заман техникаһы мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә бик ваҡытлы һәм кәрәкле.