Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 12:56

Беҙгә көс - дәрт бирә

Иң ҡәҙерле булған тыуған тупраҡта, ғәзиз ерҙә баласаҡ хәтирәләре, яҡты иҫтәлектәр йәшәй

Иң ҡәҙерле төбәк - тыуған ауыл күренештәре һәр беребеҙҙе йәшәтә, беҙгә көс - дәрт бирә, беҙҙе рухландыра.
Барыһы ла әлеләй күҙ алдында: яңы һауылған һөт, сепараттан айыртылған ҡаймаҡ, хуш еҫле икмәк, ҡаҙанда ҡайнатылған ҡатыҡ, тәмле эремсек, ҡорот, йоморолай бешкән йомортҡалар... Икмәккә ҡаймаҡ һылап, уның өҫтөнә шәкәр ҡомо һибеп, ауыҙ тултырып, кинәнеп ашамаған бала ҡалмағандыр беҙҙең заманда. Иң ҡәҙерле булған тыуған тупраҡта, ғәзиз ерҙә баласаҡ хәтирәләре, яҡты иҫтәлектәр йәшәй. Ә ташҡынлы, ҡаҡы - ҡуҙғалаҡлы яҙҙар, көрт күмеп киткән кәртә - ҡоймалар, сана юлдары, йәй буйы гиҙгән ялан - ҡырҙар, Инйәр йылғаһында һыу ҡойоноуҙар, йәйғор төҫлө сағыу көҙҙәр онотолмаҫ бер моң, бер көй булып үҙенә әйҙәй, саҡыра, арбап тора. Йәшәһен, ауылҡайым!
Читайте нас: