Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 12:25

Шаян ҡыҙҙар

Район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша был төркөм.

Дурас ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә бер йылдан саҡ күберәк эшләп килгән «Шаян ҡыҙҙар» төркөмө тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, район кимәлендә лә билдәлелек яулап өлгөрҙө.
Улар үҙҙәренең моңло тауышы, дәртле бейеүҙәре, таҡмаҡтары менән Ябалаҡлы, Үрге һәм Түбән Хәжәт, Әлибай ауылдары халҡын да шатландырып тора. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр ейәләре булған был 7 гүзәл заттарыбыҙ өйҙәрендә уңған хужабикә, наҙлы әсәй, эштә егәрле, үҙ эшен, үҙ баһаһын белгән белгес. Әнисә Баймөхәмәтова, Әлфиә Баҙранова һәм Рәйлә Әминева хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙешмәкәр түңәрәктә ҙур теләк менән йөрөй. Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре булған Юлиә Вәлиуллина ла репетицияларға йөрөргә лә ваҡыт таба.
– Бала саҡтан йыр, бейеү менән мауығам. «Шаян ҡыҙҙар» төркөмөнә йөрөү минең өсөн ҙур шатлыҡ, сәхнәгә сығыу – йәшәү дәрте уята, көс өҫтәй. Эштә лә, өйҙә лә үҙеңде йыйнаҡ, тыйнаҡ тота башлайһың, – ти Юлиә. – Репетицияға аҙанаһына 2 тапҡыр йыйылабыҙ, өй эштәрен тиҙерәк бөтөрөп, мәҙәниәт йортона ашығабыҙ, – ти Яңы Ябалаҡлы ауылында йәшәүсе хат ташыусы Айгөл Кәримова ла һүҙгә ҡушылып.
Район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша был төркөм.
– Ҡасабаның тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошторолған хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙа ҡатнаштыҡ. «Йырсы ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе этапҡа үттек, – ти төркөмдөң художество етәксеһе Ильнур Хәсәнов.
– Беҙ башҡарған башҡорт халыҡ йыры «Бибирәхилә» баһаулаусыларға ғына түгел, тамашасыларға ла бик оҡшай, – тип һүҙгә ҡушыла Лидия Кәримова. Төркөм әлеге көндә Еңеүҙең-75 йыллыҡ юбилей сараларына әҙерләнә. Йәй көнө үтәсәк «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамында ҡатнашыу һәм Шөнгәк-күлдәге ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр алдында сығыш яһау ҙа уларҙың планында.
– Кешене йәшәү дәрте тәрбиәләй һәм йөрөтә. Дәрте булған кеше һәр саҡ йәш, көслө рухлы булып ҡала. Дәртләнеп йырлап йәшәйбеҙ, ти төркөм баянсыһы Биҡҡол ауылынан Раил Ғүмәров.
Алина Йәнгирова,
Дурас ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре.
Читайте нас: