Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 08:20

Ата - әсә - балаһына ҡанат

Халыҡ - ара Ғаилә көнө менән, дуҫтарым

Мөхәббәткә төрөнөп, бер - береһен яратып, наҙлап, ҡәҙерләп, бер - береһенә ышанып, изгелек, мәрхәмәтлек күрһәтеп йәшәгән ғаиләләрҙә Бәхет йәшәй. Уның тотҡаһы - ата - әсә булһа, ә көҙгөһө - балалар. Ғаиләнең тотҡаһы емерелмәһә, көҙгөһө ватылмаһа, уның нигеҙе ныҡ, усағы йылы була. Был нигеҙҙе төҙөгәндә лә, усаҡты яҡҡанда ла бар ғаилә ағзалары - олатай, өләсәй, атай, әсәй, балалар ҙа, хәленән килгәнсә, үҙ өлөшөн индерергә бурыслылыр тип уйлайым.
"Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була" тип бик белеп әйткән боронғолар. Изгелекле, шәфҡәтле, аҡыллы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ни тиклем күп булһа, илебеҙ, йәмғиәтебеҙ, милләтебеҙ ҙә ныҡ булыр. Ни тиһәң дә, һәр ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә. Бындай татыу, хөрмәтле ғаиләләрҙе күп беләм. Уларҙың матур, күптәргә асыҡ миҫал булырҙай тормошон үҙ мәҡәләләремдә һүрәтләгәнем бар. Улар Благовещендың даны ла, маяғы ла.
Халыҡ - ара Ғаилә көнө менән, дуҫтарым!
Читайте нас: