Нуриман районы үҙәге Красная Горканан 30 саҡрым алыҫлыҡта Саруа тип йөрөтөлгән ҡасаба бар. Уға яҡын ошо уҡ исемдә күл - шишмә урынлашҡан.Был күл - шишмәнән Саруа йылғаһы башлана. Ул бер нисә тапҡыр ер аҫтына сумып сыға. Зәп - зәңгәр төҫтәге күл - шишмәнең тирә - яғы ғәжәп матур, төрлө үҫемлектәргә лә бай.Төбәктәге был тәбиғәт һәйкәле һаҡлауға, ҡурсалауға, ҡәҙерләүгә мохтаж. Тағы ла мөғжизәле йәйгә аяҡ баҫырға торабыҙ. Йәмле йәй көндәрендә Саруа йылғаһы буйына ла бергәләп сәйәхәт ҡылайыҡ.