"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты ойошторған "Беҙҙең хәстәр" проектына ҡушылған Благовещен ирекмәндәре ҡала халҡына 700- ҙән артыҡ бушлай битлек өләште. Йәмәғәт урындарына барғанда битлек кейеүҙең мотлаҡ икәнен аңлатҡан ирекмәндәр, уны кеймәгәндәргә штраф күләмен дә һөйләй, сир хаҡында әңгәмә алып бара.