Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:42

Тормоштарына күҙҙәр теймәһен!

Ғаиләһе менән бәхетле улар

Эльвира, Ринат, Илдар һәм Камил Әхмәтвәлиевтар Благовещен ҡалаһында йәшәгән матур, күркәм, татыу ғаилә.
Ҡаланың "Төньяҡ" микрорайонда үҙ ҡулдары менән йорт төҙөгән хужа ла, хужабикә лә бер төптән егелеп донъя көтә. Ҡул эштәренә оҫта булған Ринат Йәмил улы донъяһын бар яҡлап та бөтәйткән. Ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең: ағас эшкәртеүгә лә, тимер, заманса ремонт эштәренә лә бик оҫта ул. Ырымбур өлкәһендә тыуып - үҫкән, ундағы аграр университетты тамамлаған Эльвира Валерьевнаның да Благовещенға килен булып төшөүенә, йәштәрҙең бергә йәшәлгән ғүмеренә лә ун йыл ваҡыт үтеп киткән. Аш - һыуға, ҡул эштәренә маһир булған мөләйем киленен Гөлсирен Фуат ҡыҙы ла маҡтап ҡына тора. Ҡатын менән ир бер юлдан атлап, бер - береһен аңлап, хөрмәтләп, тыңлап йәшәгәс, тормоштары көйлө, донъялары бөтөн үҙҙәренең.
Балаларына ла ҙур иғтибар, ныҡлы тәрбиә һабаҡтары бирә Әхмәтвәлиевтар. 3- лә уҡыған Илдар 5 йәшлек ҡустыһы Камилға өлгө булырлыҡ ағай. Бер - береһен хәстәрләп, аңлашып, хеҙмәткә өйрәнеп үҫә ағалы - ҡустылы был ғаиләлә. Сөнки егәрле, бөтмөр, тәүәккәл атай менән әсәй асыҡ миҫал малайҙарға.
- Баҡсала йәшелсә - емеш үҫтерәбеҙ, ҡош - ҡорт ҡарайбыҙ.Ошоларҙың барыһы ла ғаиләбеҙ өсөн матди яҡтан ҙур ярҙам булып тора. Үҙең үҫтереп ашағанға етәме һуң? Эште лә бүлеп һинеке, минеке тип торған юҡ. Кемдең ҡулынан, хәленән килә, шул тота ла эшләй. Әле бына 3 йәштән 15 йәшкә тиклем балаларға бер тапҡыр бирелгән түләүгә лә ғариза яҙҙыҡ. Аҡса кеҫәне тишмәҫ, иш янына ҡуш булыр. Хөкүмәттән бик урынлы ярҙам булды тип иҫәпләйем, - тип һөйләне Эльвира Әхмәтвәлиева.
Булғанына шөкөр итеп, үҙ тырышлығы менән яуланған уңыштарына шатланып, кинәнеп йәшәй белгән Әхмәтвәлиевтарға туғандары, яҡындары ла һоҡлана. Алда ла бәхетле ғүмер кисереп йәшәргә яҙһын.Күҙ теймәһен үҙегеҙгә!
Читайте нас: