Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 16:31

Ауылдар төҙөкләнә

Һигеҙ ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнаша.

Калтыман, Сыуаш-Ҡыбау, Ауструм, Аҡбирҙе, Охлебинино, Балтика, Иглин һәм Үктәй ауыл биләмәләре проекттары Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында һайлап алыу турын уҙҙы.
Дүрт проект буйынса юлдар ремонтланасаҡ, ике торлаҡ пунктта урамдарҙы яҡтыртыу хәл ителәсәк. Охлебинино ауылында заманса спорт майҙансығы төҙөү планлаштырыла. Проект сиктәрендә Эҫем ауылы зыяратының ҡоймаһы ла яңыртыласаҡ.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан бер миллион һумға тиклем аҡса бүленгән. Шулай уҡ үҙ өлөштәрен муниципалитет, спонсорҙар һәм ауыл халҡы ла индергән.
Читайте нас: