Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 11:24

Йөрәк ҡушыуы буйынса һайланған һөнәр

Шәфҡәт туташы Людмила Әхтәмова 39 йылға яҡын кешеләрҙең һаулығы һағында тора.

Шәфҡәт туташы табибтың уң ҡулы ғына түгел, ә һаулығыбыҙға күберәк тә өлөш индергән мәрхәмәтле һөнәр эйәһе. Ул белем һәм яуаплылыҡтан тыш мәрхәмәтлелек һәм шәфҡәтлелек сифаттарына ла эйә булырға тейеш. Ошондай һөнәр эйәләренең береһе - Иглин үҙәк район дауаханаһының 1-се һанлы психиатрия бүлеге өлкән шәфҡәт туташы Людмила Әхтәмова. Ул 39 йылға яҡын кешеләрҙең һаулығы һағында тора.
1-се һанлы Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Людмиланың хеҙмәт кенәгәһендә Оло Тәләк дауаханаһына эшкә алыныу тураһында берҙән-бер яҙыу. Людмила Ивановна дүрт тиҫтәгә яҡын хеҙмәт юлында стационарҙа шәфҡәт туташы, поликлиникала баш шәфҡәт туташы вазифаларын башҡара.
2007 йылдан ул психиатрия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Уның бурыстары - урта һәм кесе медицина персоналының хеҙмәтен рациональ ойоштороу, эске тәртип ҡағиҙәләре үтәлешен контролдә тотоу, эш өсөн кәрәкле документтарҙы тултырыу. Л. И. Әхтәмованың етәкселеге аҫтында егерме һигеҙ хеҙмәткәр эшләй.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрһәткән юғары ҡаҙаныштары өсөн Людмила Әхтәмова республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте, үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ул - Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Людмила Ивановна эштән буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә тырыша. Улар бергә йорт эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Ире һәм ҡыҙы Людмиланың эшен аңлай. Әхтәмовтарҙең ғаиләһендә ейәндәр- ейәнсәрҙәр үҫеп килә, улар олатай һәм өләсәй янында йыш ҡунаҡ булырға ярата. Тик әлеге пандемия осоронда ғына улар менән онлайн аралашырға тура килә.
Людмила Ивановна шәфҡәт туташы һөнәрен һайлауына һис кенә лә үкенмәй, медицина уның өсөн - тормош мәғәнәһе.
Читайте нас: