Петро-Федоровкала балалар баҡсаһын төҙөү ҡыҙыу темптарҙа бара.
Әлеге ваҡытта эшселәр ҡыйыҡ ябыу, фасадты тышлау һәм буяу менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта бина эсендә лә эштәр ҡайнай – стеналар штукатурлана, йылытыу системаһы һуҙыла. Оҙаҡламай объект территорияһын төҙөкләндереү эштәре лә башланасаҡ.
Исегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар баҡсаһына нигеҙ 2019 йылдың ноябрендә һалынған һәм уны ағымдағы йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.