Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 05:57

Фотоһүрәттәрҙә - матур күренештәр

Благовещен районы Иҫке Надеждин ауылының тирә - яғын күлдәр уратҡан.

Йылы яҡтан тыуған ерен һағынып ҡайтҡан аҡҡоштар ошо таҙа һыулы, ҡамышлы күлдәргә килеп ҡунаҡлай. Ауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан "Дойное" күлен төйәк итеп, уның таҙа һыуында йөҙгән аҡҡоштарҙың фотоһүрәттәрен миңә ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Надежда Янькова ебәрҙе. Тыуған ауылына, уның матур тәбиғәтенә, егәрле, һәләтле халҡына ғашиҡ был ҡатын матур саралар ғына ойоштороп ҡалмай, ә төрлө тәбиғәт күренештәрен фотоаппаратына ла төшөрә. Йөкмәткеле фотоһүрәттәрҙә матур, иҫтәлекле мәлдәр, ауыл тормошо, ундағы ваҡиғалар һаҡлана.
Читайте нас: