Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:34

Ҡырҙарҙа эштәр гөрләй

Иглин аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен 25 майға тамамларға ниәтләй.

Иглин районында иген культураларын сәсеү беренсе майҙа башланды.
Быйыл аграрийҙарҙың планы буйынса яҙғы сәсеү майҙанын 13 мең гектарҙан арттырыу.
Планлаштырылған майҙандың яҡынса яртыһын яҙғы бойҙай, ҡалғанын һоло, ҡарабойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар биләйәсәк.
Район ауыл хужалығы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, аграрийҙар яҙғы сәсеү эштәрен 25 майға тамамларға ниәтләй.
Читайте нас: