21 майҙа Иглин район үҙәк дауаханаһы инфекция госпиталендә эшләүсе беренсе бригада үҙ эшен тамамланы. Был турала дауалау учреждениеһының баш табибы Жанна Карунас хәбәр итте.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ике аҙна буйы госпиталдә коронавирус менән сирле пациенттарҙы дауаланы. Улар хәҙер өйҙәренә ҡайтасаҡтар, ике аҙна үҙизоляцияла буласаҡ.
Беренсе бригаданы сәскәләр менән ҡаршы алдылар. Һәр хеҙмәткәргә Жанна Карунас Рәхмәт хаты тапшырҙы.