Шишмә районының Үрге Тирмә ауылында йәшәгән апайыбыҙ ҡар иреп бөтөү менән 8 биҙрә бүрекбаш бәшмәген йыйып та алған.
- Ҡыҙырып ашарға йә туңдырып ҡуйырға ғына яраған был бәшмәкте тоҙлап, маринадлап булмай. Тыуған Бабик ауылым рус ауылы Марусинонан йыраҡ түгел ине. Баласаҡтан шул ауылдың ҡатын - ҡыҙҙары, тиҫтерҙәрем менән бәшмәк йыйырға йөрөп, күп төрлө бәшмәкте танып белеп, йыйырға өйрәндем,- ти Т.Ғәликәева.
Бөгөн иһә оҫта ҡуллы апайыбыҙ бәшмәктең барса төрҙәрен белеп, дөрөҫ эшкәртә, тәмлекәстәр менән яҡындарын һыйлай.
"Булыр бала биләүҙән" тигән мәҡәл тап Тәғзимә апай кеүектәргә ҡағыла.
Мәғлүмәт Шишмә район гәзите төркөмөнән алынды.