Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 11:33

Улар Ҡыҙылъярҙан

Ижади ҡарашлы ҡул оҫталарыӨфө районының Ҡыҙылъяр ауылы үҙенең оҫталары менән дан тота.

Төрлө мәҙәни саралар үткәрелер булһа, улар үҙ ауылының күргәҙмәһен йәйелдереп ебәрә. Ә унда нимә генә юҡ та, нимә генә ҡуйылмаған. Бәйләм эштәренән башлап ағас, тимерҙән яһалғандарына тиклем бар.
Буш ваҡытын файҙалы уҙғарған, күңелен ижадҡа йүнәлткән, оҫта ҡулдары менән тирә - йүнде биҙәгән Фәнит Сабуров пластик шешә - һауыттарҙан, тимер - томорҙан, ағастан, автомобиль шиналарынан урамды биҙәрҙәй матур әйберҙәр яһай.
Ошо уҡ ауылдан Надежда Воронцова ла бәйләгән бәйләм эштәре менән киң билдәле. Төрлө семәрле кофта, жилет, күлдәк, башлыҡ, шарф, бейәләйҙәр уның оҫта ҡуллы булыуын дәлилләй.
Фантазияға бай, хыялға бирелеүсән оҫталар алдағы көндәрҙә лә матур, ҡабатланмаҫ биҙәктәре булған эштәре менән беҙҙе ҡыуандырыр.
Читайте нас: