Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 11:11

Өлгөрөп ҡалайыҡ!

Ваҡытлы матбуғатты үҙ иткән, район - ара берләштерелгән "Йәйғор" ижтимағи - сәйәси гәзитенә һәр ярты йыл һайын яҙылып, уны даими алдырған дуҫтарыбыҙ бар

Ваҡытлы матбуғатты үҙ иткән, район - ара берләштерелгән "Йәйғор" ижтимағи - сәйәси гәзитенә һәр ярты йыл һайын яҙылып, уны даими алдырған дуҫтарыбыҙ бар. Өфө, Благовещен, Нуриман, Иглин, Шишмә райондарынан баҫылған материалдар аша күпме яңылыҡ уҡып белгән дуҫтарыбыҙ яңыраҡ "Йәйғор"ҙоң приздарын отоп ҡыуанды.
Удельно Дыуанайҙан һәр башланғысҡа әүҙем ҡушылған, ярҙамсыл, ҡул эштәре менән билдәле оҫта Гүзәл Иштәкбаева, Благовещен ҡалаһынан һәләтле йырсы, хөрмәтле ғаиләле, шәп шәфҡәт туташы Гөлнара Зиннурова һәм автозаправкалау операторы булып намыҫлы эшләгән, ғаиләһендә хәстәрлекле ҡыҙ, егәрле ҡатын, яғымлы әсәй ролендәге Әнгизә Кашапова төп эштәренән тыш, буш ваҡытында яңылыҡтар менән таныша, яратҡан гәзитен уҡып шатлана.- Баласаҡтан гәзит - журнал өйөбөҙ түренән өҙөлмәне. Мәктәп йылдарынан уҡ ваҡытлы матбуғат алдырыу ҡанға һеңгән. Әле алдырған "Йәйғор"ҙо 4-се класты тамамлаған улым Ришат менән бергә уҡыйбыҙ. Тап ошо мәлдә баласағым иҫкә төшә, хәтирәләргә бирелеп китәм. Беҙ ҙә элек кистәрен атайым, әсәйем,туғандарым менән бергә йыйылышып, гәзит уҡый торғайныҡ. Һағындыра шул саҡтар, - тип һөйләне Мишкә районы һылыуы Гөлнара Йәмил ҡыҙы Зиннурова.Башҡаларға ысын миҫал булған уңған ҡыҙҙар гәзиткә лә яҙылған, бүләкле лә булған. Ә һеҙ яҙылдығыҙмы? Ваҡыт табып, ҙур теләк менән "Йәйғор"ға яҙылайыҡ. Ваҡыт самалы, ваҡыт тиҙ үтә. Өлгөрөп ҡалайыҡ!
Читайте нас: