Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауыл Советы депутаттары ауылды төҙөкләндереү эштәрендә активлыҡ күрһәтә.3 - сө һәм 6 - сы округ депутаттары Григорий Сергеевич Жосков һәм Нина Николаевна Винокурова һайлаусылары менән берлектә Мало - Бельская, Йәштәр, Первомайская урамдарын таҙартты, ундағы сүп - сарҙы, кипкән үләндәрҙе йыйҙы. Ағиҙел йылғаһы буйына ялға килгән туристар маршрутын да, ташландыҡ хәлдәге элекке дөйөм ятаҡтың тирә - яғын да тәртипкә килтерҙе. Улар һайлаусыларын техника, ойоштороу эштәре менән дә тәьмин итте."Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигәндәй, депутаттар ҙа, һайлаусылар ҙа әүҙем булғас, байтаҡ эштәр башҡарылып, ауыл урамдары йәмләнеп ҡалды.