Бындағы матурлыҡҡа ғашиҡ булғандар үҙенең барлыҡҡа килеүе менән һирәк осрай торған күренештең шаһиты була. Һәр саҡ 4-5 градус йылылыҡтағы һыу температураһы, тик яҙ көнө ҡар һыуҙары ҡушылғанда ғына бер аҙ һыуына. Йылдың 4 миҙгелендә лә бында килеүселәр ҡыш көнөндә яр буйҙарында хасил булған боҙ селтәрҙәрендә тыш, һыу уртаһындағы томанды ла күҙәтә.Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған был урынға килеп йөрөүселәрҙең, уға һоҡланған кешеләрҙең һаны артҡандан арта бара.