Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2020, 12:00

Өлкәндәр тырышлығы йәки балалар шатлығы

Майҙансыҡҡа килегеҙ

"Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" тигән мәҡәлде Шишмә районы Шишмә ҡасабаһындағы Социалистик урамдың 19 - сы һанлы күп фатирлы йортта йәшәүселәргә төбәп әйтеп була.Былтыр республика кимәлендә үткәрелгән "Күп фатирлы иң яҡшы йорт" республика бәйгеһендә еңеп сығып, алған 100 меңгә улар урамына заманса балалар майҙансығы һатып алып ҡуйҙы. Республиканың 150 йорто араһында дөйөм көс, оло тырышлыҡ менән яуланған еңеү арҡаһында бөгөн бында йәшәгән халыҡтың балалары, ейәндәре сәңгелдәк, турник, өрөлгөстәрҙә, ҡомлоҡта уйнап кинәнә.Лира Батыргәрәева.Мәғлүмәт Шишмә район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: