Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 12:08

Һаумы, һаумы, көләс йәй!

Яңы тыуған июнь айында Хоҙай Тәғәлә биргән ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәрҙе тойоп, уны тирә - яҡтағыларға ла өләшеп бирергә ашығайыҡ!

ЙәйЕрҙә ысыҡ ялт - йолт килә,Хәс тә көмөш һибелгән.Алмағас алмалар элеп,Башҡайын түбән эйгән.Сәскәләр ысыҡ эсәләр,Хуш еҫтәрен бөркөтөп.Бал ҡорттары һут эсәләр,Осоп килеп бер көтөү.Их, йәйҙең матур саҡтары,Һис уйнап туйып булмай.Ниңә икән ҡыш булмайса,Йәй генә булып тормай.Миңлегөл Хисмәтуллина
Һаумы, һаумы, көләс йәй!Һөтай сәскә - күбәләктәр, еләк, бесәнгә әҙерлек айы, көтөүҙәге һыйыр - малдың һөтө артҡан, йәшел үлән күпереп үҫкән, йылы елдәр иҫкән, йылға - күлдәрҙә ҡолас ташлап, һыу ҡойонған осор.Яңы тыуған июнь айында Хоҙай Тәғәлә биргән ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәрҙе тойоп, уны тирә - яҡтағыларға ла өләшеп бирергә ашығайыҡ!
Читайте нас: