Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 11:09

Бала - донъяның байлығы, шатлығы, бәхете...

Халыҡ - ара балаларҙы яҡлау көнө менән!!!

Бала саҡБала сағым...Йәшел үлән,Әйтерһең, йомшаҡ келәм,Шул келәмдән ялан аяҡМин әллә ҡайҙа еләм!Күктә ҡояш. Бәп - бәләкәсБолотҡай һибә ямғыр,Бер шишмәнән икенсегәКөйәнтә элгән йәйғор.Эй йүгерәм һыу сәсрәтеп"Сепейле" тәпәй менән,Ә һауа?! Ҡаймаҡ шикелле -Ашарлыҡ әпәй менән!Ҡойроғон өҫкә күтәреп,Янымдан саба ҡолон,Мин көләм, ҡолоном кешнәй -Гөр килеп тора болон!Фирүзә Абдуллина
Бала - донъяның байлығы, шатлығы, бәхете... Ошоноң тап шулай икәнлеген ата - әсәһенә, яҡындарына үҙенең барлығы менән иҫбатлаған фотоһүрәттәге Эмиль, Вилена, Булат күркәм ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән тәртипле, инсафлы, аҡыллы балалар. Башҡаларға өлгө булырҙай уларҙың атай, әсәйҙәре ғәзиздәрен илһөйәр, эшһөйәр итеп үҫтереү өсөн бар көсөн һала, ваҡытын йәлләмәй. Һәр ғаиләлә үҫкән малай, ҡыҙҙар яҡындарына яңы ҡыуаныстар килтерһен.Халыҡ - ара балаларҙы яҡлау көнө менән!!!
Читайте нас: