Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 13:58

Беҙ балалар хаҡына бергә!

Бөгөн, 1 июндә, Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостандың юлдаш каналы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар хаҡына бергә ” (“Мы вместе ради детей”) хәйриә телемарафонын үткәрә.

Бөгөн, 1 июндә Дмитрий Хворостовский исеменәге хәйриә фонды, Башҡортостандың юлдаш каналы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар хаҡына бергә ” (“Мы вместе ради детей”) хәйриә телемарафонын үткәрә. Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды дауалауҙа кисекмәҫтән ярҙам талап ителгән балаларҙы хәстәрләй. Проект ойошторолғандан алып балаларҙы дауалау өсөн 70 000 000 һум самаһы аҡса тотонолған, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 200 ауыр сирләүсе бала (Русфонд ҡатнашлығында) ярҙам алған.
1 июндә Башҡортостандың юлдаш каналы тамашасыларын опера һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле сәхнә йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостан Халыҡтары Дуҫлығы ордены кавалеры, данлыҡлы опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов, "Ковент-Гарден” Королева операһы солисты Айгөл Әхмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин, “Премьер” төркөмө, “Голос” шоуы ҡатнашыусылары Рушана Вәлиева һәм Наҙгөл Отузова, Ҙур театр солисты, опера йырсыһы Анна Аглатова, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыкаль театры солисты, Рәсәйҙең һәм Абзазияның халыҡ артисы Хибла Герзмава, СССР-ҙың һәм Украинаның халыҡ артисы , “ЮНЕСКО донъяһы артисы”, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн“ орденынынң тулы кавалеры Владимир Спиваков, “Лучше всех” шоуы ҡатнашыусыһы Роман Мөслимов, Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың Милли симфоник оркестры республика халҡы өсөн сағыу концерт программаһы әҙерләгән.
Беҙ бергәләп ошо балаларға ярҙам итә алабыҙ:
1. Марк Терентьев, 7 йәш; диагнозы – үҙәк нервы системаһының резидуаль-органик боҙолоуы, шәхестең аутистик тайпылышы; курслы дауалау талап ителә.
Миша Манулин, 8 йәш, диагнозы – психик үҫеш тотҡарланыуы, шәхестең аутистик тайпылышы; курслы дауалау талап ителә.
Валя Рувенная, 9 йәш; диагнозы – балалар церебраль фалижы, тетрапарез.
Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала! Ситтә ҡалмағыҙ! Бөгөн 19.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш каналын ебәрегеҙ!
Фото: bash.news
Читайте нас: