Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:57

Балаларға пособие түләү башланды

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла тейешле түләүҙәр түләнә башланы

Коронавирус пандемияһы осоронда Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдарҙың береһе - 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең түләү башланды.Республикалағы 709 мең бала араһынан Благовещен ҡалаһынан Гөлнур һәм Марсель Хаматгәрәев-Абдуллиндар ғаиләһе улдары Арыҫлан, Искәндәр, Мират өсөн был түләүҙәрҙе беренселәрҙән булып алды.- Ил кимәлендәге ҡарар ҡабул ителгәс тә, Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза ебәрҙем. Оҙаҡ көттөрмәй, өс улыма ла бер тапҡыр ғына тейешле пособие банктағы иҫәбемә килде. Был аҡсаны мотлаҡ улдарыма кәрәк - яраҡ һатып алыуға тотонасаҡмын, - тип һөйләне Гөлнур Хафизйән ҡыҙы.Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла тейешле түләүҙәр түләнә башланы. Улар даими түләнеп торасаҡ.
Читайте нас: