Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров Благовещен ҡалаһына килеп, райондың йәштәр советы ағзалары, "Наша забота" штабы ирекмәндәре менән осрашты.Районға килеү мөмкинселегенән файҙаланған Рөстәм Марат улы, 1 июнь - Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөндә патронат тәрбиәгә балалар алған Шичиндарҙы, күп балалы Хомутовтарҙы ла тәбрикләп китте. Ишмән ауылынан Миңлезаһиҙа һәм Владимир Шичиндарҙың патронатлыҡҡа алған 21 балаһына, Юлия һәм Виктор Хомутовтарҙың 7 балаһына ҡунаҡҡа килгән етәксе бүләктәрен, күстәнәстәрен тапшырҙы, уларҙың дуҫ ғаиләләренә һоҡланыуын да йәшермәне.