Йәйғор
+26 °С
Облачно
Новости
2 Июня 2020, 07:14
Күпер ауылды тоташтырҙы
Ивано-Казанка ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә.
Күптән түгел Юрмаш йылғаһы аша һалынған күпер ремонтланды. Ул Шеланы ауылының ике өлөшөн берләштереп тора. Күпергә килә торған юлға ҡом-таш ҡатнашмаһы һәм ваҡ таш түшәлде.
Изге эшкә ауыл халҡы әүҙем ҡушылды – трактор сәсмә материалды ситкә таратмаһын өсөн ир-аттар ҡатнашмаларҙы үҙҙәре йәйҙе. Мәсәғүтов крәҫтиән-фермер хужалығы транспорт менән ярҙам итте. Хәҙер ауылдың бер өлөшөнән икенсеһенә ҡаршылыҡһыҙ үтеп була.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"