Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡул ҡуйған указына ярашлы, был мөһим сара 1 июлдә үтәсәк. Ил етәксеһе барыһын да әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Төп ҡанун беҙҙең ил тормошоноң, беҙҙең тормоштоң һәм балаларыбыҙҙың нигеҙен билдәләй, тип тә белдерҙе ул. Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһына, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә, төбәктәр етәкселегенә һайлау участкаларында тулы хәүефһеҙлекте тәьмин итергә лә ҡушты.