Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 12:11

Һәйкәлде йәштәр ҡарай

Тирә - йүнде йәмләп торған һәйкәл шанлы һуғыш йылдары менән бөгөнгөнө бәйләй

Өфө районының Чесноковка ауылы эргәһендә Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде йәштәр даими ҡарай һәм тәрбиәләй. Чесноковкала ҡуйылған был һәйкәл бер яҡтан Крәҫтиәндәр һуғышын иҫләтһә, ә икенсенән оло халыҡ хәрәкәтенең тап ошо ауылда булғанлығына ла ишара. Һуғыштың 200 йыллығына арнап ҡуйылған һәйкәл йәштәр тарафынан ҡарала. Күңелендә ғорурлыҡ тойғоһон йәшәткән йәш быуын һәйкәл янындағы үләнде лә саба, сәскәләрен дә ултырта. Тирә - йүнде йәмләп торған һәйкәл шанлы һуғыш йылдары менән бөгөнгөнө бәйләй.
Читайте нас: