Ҡарамалы ауылында ғүмер итеүсе Фәғилә Вәлетдинова ҡул эштәре менән лайыҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғына етди мауыға башлай. Элек тә теләге була, әммә ваҡыт етмәй. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар ниндәйҙер күләмдә ҡул эштәрен беләлер, минеңсә. Кемгәлер тегеү оҡшай, берәүҙәр сигеү сигә йәки бәйләй... Ҡарамалы ауылында ғүмер итеүсе Фәғилә Вәлетдинова ҡул эштәре менән лайыҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғына етди мауыға башлай. Элек тә теләге була, әммә ваҡыт етмәй. Фәғилә Зәйнулла ҡыҙы күп йылдар ауыл китапханаһы мөҙире булып эшләй. Уңған ҡатын бөтә эшкә лә өлгөрөргә тырыша: китапханала ла, йортта ла, йәмәғәт эштәренә лә... Совет осоронда халыҡты мөмкин тиклем күберәк китап уҡыуға йәлеп итергә кәрәк була. Шуға күрә Фәғилә Вәлетдинова даими рәүештә йорттар буйлап йөрөй, өлкәндәргә китаптарҙы үҙе илтеп бирә, предприятиеларға «передвижка»лар ойоштора. Ул йылдарҙа күргәҙмә агитацияға ҙур иғтибар бүленә. Китапханасы малсылыҡ фермаларында «Ҡыҙыл мөйөш»тәр биҙәй, колхозсылар менән әңгәмәләр үткәрә, яңы китаптар менән таныштыра. Ул оҫта итеп лозунгтар яҙа, ҡыҙыҡлы китап күргәҙмәләре ойоштора. Фәғилә Зәйнулла ҡыҙы ауыл советына ла ярҙам күрһәтә. Йәштәр һәм балалар менән ҙур эш алып бара. Ауыл клубында байрамдар үткәрергә лә ярҙам итә ул. Фәғилә Зәйнулла ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеүгә лә күп өлөш индерә, үҙенең уҡыусылары менән эште лә урындағы материалдарға бәйләп алып барырға тырыша. Ул урындағы музейға бик күп экспонаттар йыйып тапшыра, "Ҡарамалы ауылы тарихы" һәм “Иглин районы” альбомдары өсөн материалдар туплай. -Китапхана һәр ваҡыт матур итеп биҙәлгән булыр ине, - тип хәтерләй мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре. - Бүлмә һалҡынса булғанда ла бында гөлдәр шау сәскәлә ултыра ине. Фәғилә Вәлетдинова үҙенең эшендә иң ҙур маҡсат итеп уҡыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә күрә. Ул эше өсөн бөтә йөрәге менән яна. Пенсияға киткәндән һуң да ул китапхана менән бәйләнеште юғалтмай, сараларға даими йөрөй. Әле лә күп уҡый. Өләсәй улы һәм килененә ейәнсәрҙәре Амелия һәм Эльвинаны тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Буш ваҡыты килеп сыҡтымы, уған ҡатын ҡул эштәренә ултыра. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион биҙәүесе булған түшелдеректәр эшләй. Бынан тыш туҡыма ҡорамаларынан юрғандар ҙа тегә. Оҫта бөтә күңелен һалып башҡарған ҡайһы бер эштәрен туғандарына һәм яҡындарына бүләк итә. Фәғилә апай ауыл мәҙәниәт йортона ҡул эше түңәрәгенә бик теләп йөрөй. Ул унда нимәнелер башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан өйрәнһә, үҙе лә оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша. Бына шулай, киләсәккә яҡты пландар ҡороп, шөғөлөнән йәм һәм ғәм табып йәшәй Фәғилә Вәлетдинова.